ЧТО ТАКОЕ «ПУШКИНСКАЯ КАРТА»?

Это обыкновенная карта «Мир», на которую деньги «положило» государство, чтобы молодёжь чаще посещала организации культуры. Она может быть выпущена как в виде виртуальной, так и в виде пластиковой карты.

МЕРОПРИЯТИЯ УЧРЕЖДЕНИЙ КУЛЬТУРЫ УФЫ В РАМКАХ ПРОЕКТА «ПУШКИНСКАЯ КАРТА»

11-15 октябрҙә Башҡорт теленән олимпиадала ҡатнашырға саҡырабыҙ

11-15 октябрҙә Башҡорт теленән олимпиадала ҡатнашырға саҡырабыҙ

11-15 октябрҙә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы һәм «УМАЙ» этномәҙәни мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ойошма башҡорт теле буйынса олимпиада үткәрә. Был проект Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Олимпиадала ҡатнашыусылар өсөн төрлө ҡатмарлыҡтағы һорауҙар менән онлайн-тест формаһында эштәр әҙерләнгән:

  1. Башланғыс кимәл — башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;
  2. Ирекле кимәл — башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;
  3. Башҡорт теле диалекттары менән ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусылар өсөн диалекттар темаһына һорауҙар.

Ҡатнашыу өсөн:

  1. 11-15 октябрҙә олимпиаданың сайтына http://basholimpiada.ru/ инергә;
  2. Теркәлеү үтергә – олимпиадала теркәлгән ҡулланыусылар ғына ҡатнаша ала;
  3. Өс кимәлдең береһен һайларға һәм 45 минут эсендә 30 һорауға яуап бирергә;
  4. Тест тамамланғас, йыйылған балдар менән сертификат алырға.

Олимпиада тамамланғас, сайтта белемде үҙаллы тикшереү өсөн һорауҙарға дөрөҫ яуаптар баҫыласаҡ. Әгәр һеҙҙә теркәү, тест үтеүҙең техник аспекттары йәки сертификат алыу менән ауырлыҡтар тыуһа, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы телефонына мөрәжәғәт итегеҙ: +7 (347) 246-58-24.