ЧТО ТАКОЕ «ПУШКИНСКАЯ КАРТА»?

Это обыкновенная карта «Мир», на которую деньги «положило» государство, чтобы молодёжь чаще посещала организации культуры. Она может быть выпущена как в виде виртуальной, так и в виде пластиковой карты.

МЕРОПРИЯТИЯ УЧРЕЖДЕНИЙ КУЛЬТУРЫ УФЫ В РАМКАХ ПРОЕКТА «ПУШКИНСКАЯ КАРТА»

Өфөлә «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсының зона этабы үтте

Өфөлә «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсының зона этабы үтте

Өфөлә Президент иғлан иткән Ғаилә йылы сиктәрендә уҙғарылған «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсының зона этабы үтте. Конкурс өс номинацияла уҙғарылды: «Ғаилә ижады», «Ғаилә кәсебе» һәм «Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре».

Конкурс положениеһына ярашлы, Өфө ҡалаһы 4-се зонаның үҙәге булып тәғәйенләнгән. Ҡатнашыусыларҙың анкеталарын һәм ғаризаларын ҡарап, ойоштороу комитеты жюри ағзаларына республиканың Архангел, Ауырғазы, Өфө, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы һәм Шишмә райондарынан, шулай уҡ Өфө ҡала округынан конкурсанттарҙың видеороликтарын тәҡдим итте. Конкурста ҡатнашыуға 14 ғариза ҡабул ителде.

Иң күп ҡатнашыусылар «Ғаилә ижады» номинацияһында теркәлгән. Был номинацияла зона этабында Шәһәрғәзиндәр ғаиләһе еңеүсе тип танылды (Өфө ҡалаһының Ленин районы).

«Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре» номинацияһында — Ғәлимовтар ғаиләһе (Дәүләкән районы).

«Ғаилә кәсебе» номинацияһында зона этабында Асаиновтар ғаиләһе (Өфө ҡалаһының, Октябрь районы) еңеүсе булды.

Шулай итеп, конкурстың финалына 4-се зонанан Шәһәрғәзиндәр, Ғәлимовтар һәм Асаиновтар ғаиләләре үтте.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм уңышлы сығыш теләйбеҙ!